11 декабрь, Йәкшәмбе

26 август 2010 йыл, 11:53

Сибай дауаханаһы бөтә Урал аръяғынан пациенттарҙы ҡабул итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Сибай ҡалаһының Үҙәк ҡала дауаханаһы менән танышты. Бында күптән түгел яңы корпус сафҡа индерелгән. Президент неврология һәм гемодиализ бүлексәләрен ҡараны; уға ике һыу әҙерләү залын, операциялар һәм компьютер томографияһы бүлексәләрен күрһәттеләр.

Компьютер томографы дауаханаға 2002 йылда ҡайтарылған, һәм шунан алып унда бөтә Урал аръяғынан килгән пациенттарға  дүрт мең тикшереү үткәрелгән; хеҙмәтләндерелгәндәрҙең яҡынса өстән бер өлөшө — ауыл халҡы.

Республика башлығына халыҡҡа аҡсаһын экономиялауға мөмкинлек биреүсе телемедицина сеансы ла күрһәтелде. Өфөлә консультация үтеү юлы менән бергә биш мең һумға барып баҫа. Бында иһә ул бушлай күрһәтелә.

Әлеге ваҡытта ҡалала Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары халҡына махсус медицина ярҙамы күрһәтеүсе республика дауалау учреждениеларының дүрт филиалы уңышлы эшләй: наркология, психиатрия, туберкулез диспансерҙары бүлексәләре, СПИД үҙәге, шулай уҡ стоматология поликлиникаһы.

Республика кимәлендәге функциялар башҡарыусы күп профилле стационарҙың  кардиология, травматология, оториноларингология, офтальмология, нефрология бүлексәләрендә Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары халҡына махсус медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса әүҙем эш дауам итә. Дөйөм алғанда ҡала халҡы һәм беркетелгән территориялар менән бергә (Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Баймаҡ ҡалаһы) бында 172 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелә.