Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Президент БДУ-ның Сибай институтында булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында (филиалы) булды. Институтҡа ингән саҡта уның иғтибарын быйыл ҡуйылған, ете башҡорт ырыуын символлаштырған стелаға йүнәлттеләр. Рөстәм Хәмитов вуздың төп уҡыу корпусын, шулай уҡ уның спорт комплексын ҡараны.

Институт 1998 йылда ойошторола. Бөгөн бында биш факультет эшләй: педагогика, тәбиғи-техник, тарих-филология, иҡтисад һәм юридик факультеттар. Шулай уҡ институтта ике йыл инде Троицк ҡалаһының Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы студенттары «Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү технологияһы», «Товароведение һәм тауарҙарға экспертиза», «Ветеринария», «Зоотехния» белгеслектәре буйынса уҡый.

Вуз 17 белгеслек буйынса әҙерлек алып бара, уларҙа көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп биш меңгә яҡын студент уҡый. Бында ике йөҙгә яҡын уҡытыусы эшләй, улар иҫәбендә 12 фән докторы һәм 90-дан артыҡ фән кандидаты. Институт студенттары фәнни һәм ижади эшмәкәрлектә яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть