Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Сибай ит комбинаты һуйыу цехын модернизациялағандан һуң тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ

Сәйәсәт

Баймаҡ районына эш сәфәре дауамында БР Президенты Рөстәм Хәмитов Сибай ит комбинатын модернизациялау барышы менән танышты. Һуңғы ике йылда был эшкә 2,5 миллион һум тотонолған, яңы ҡорамалдар һатып алынған. Әммә предприятие тулы ҡеүәтенә эшләһен өсөн күпкә ҙурыраҡ капитал һалыуҙар талап ителә. 1971 йылда нигеҙләнгән ит комбинаты Совет заманында СССР Оборона министрлығы заказы буйынса эшләгән һәм айына 120 тонна колбаса изделиелары сығарған. Әлеге мәлдә уның етештереүсәнлеге ике тапҡырға кәмерәк.

Конкурс буйынса идарасы Евгений Лысовтың әйтеүенсә, бөгөнгө көндә төп бурыс – һуйыу цехын модернизациялау, уға 150 миллион һум талап ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть