5 декабрь, Дүшәмбе

26 август 2010 йыл, 10:50

Сибай аэропорты рейстар йышлығын арттырырға ниәтләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Сибай ҡалаһы аэропорты менән яҡындан танышты.  

Аэропорт ай ярым элек кенә файҙаланыуға тапшырылған, бынан аҙнаһына өс тапҡыр Өфө-Сибай-Өфө маршруты буйынса рейстар башҡарыла. Маршрут халыҡ араһында ҙур популярлыҡ алған, билет хаҡы 1775 һум.

Аэропорт заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, атап әйткәндә, Урал зонаһының һауа шарттарын күҙәтеү өсөн метеолокаторҙар ҡуйылған.

Аэропорт начальнигы Нуриәхмәт Ямантаев әйтеүенсә, яҡын арала Өфөгә рейстар йышлығы арттырыласаҡ, шулай уҡ яңы рейстар, шул иҫәптән чартер рейстар ҙа асыласаҡ.