Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

БР муниципаль берәмектәренең III съезына әҙерлек бара

Сәйәсәт

27 августа Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең III съезына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үткәрелә. Ултырышты «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы Идараһы рәйесе, Иглин районы муниципаль районы хакимиәте башлығы, муниципаль берәмектәрҙең съезын әҙерләү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Ришат Исхаҡов алып барасаҡ.

Ултырыш барышында ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләрен, шул иҫәптән ҡатнашыусыларҙың һаны, саҡырылыусылар исемлеге, Совет Идараһы, Ревизион комиссия составтары тураһында һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡарарға планлаштырыла. Шулай уҡ урындағы үҙидараны үҫтереү тураһында докладтың төп тезистарына, съезды үткәреү форматына, пленар өлөштә сығыш яһаусылар исемлегенә һәм уларҙың сығыштары темаларына анализ яһаясаҡтар. «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһын үткәреү һәм «Муниципальный вестник Башкортостана» гәзитенең съезға ҡарата махсус сығарылышын әҙерләү буйынса тәҡдимдәр ҡараласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть