3 декабрь, Шәмбе

26 август 2010 йыл, 10:38

Башҡортостанда алтын эҙләү һәм сығарыу буйынса аукцион еңеүсеһе асыҡланған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

"Инженертехмаркет" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостандың Ураҙ сәсмә алтындары төркөмөнә ҡараған Николаевск-Арсентьевск участкаһында сәсмә алтын эҙләү һәм сығарыуға аукционда еңеп сыҡты. БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, предприятие өс миллион ярым һум күләмендә бер тапҡыр эшләнә торған түләү башҡарырға әҙерлеген белдергән. Еңеүсене асыҡлауҙа ошо төп критерий булған да инде.

"Инженертехмаркет"ҡа сәсмә алтын эҙләүгә һәм сығарыуға 20 йылға иҫәпләнгән лицензия бирелгән.  

Майҙаны һигеҙ квадрат километр тәшкил иткән Николаевск-Арсентьевск участкаһы Учалы районында урынлашҡан. С1 категорияһы буйынса дөйөм запас — 106 килограмм, С2 – 32 килограмм. Участка биләмәһендә йәмғеһе биш һибелмә алтын урыны бар. Ҡайһы берәүҙәрендә, тулы булмаған архив мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 200 килограмға тиклем ҡиммәтле металл табылған.

"Инженертехмаркет" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән тыш, аукционда «Компаньон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашҡан. Ике предприятие ла Силәбе ҡалаһынан.