Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсми делегация Төркиәгә сәфәргә сыҡты

Сәйәсәт

Бөгөн иртә менән ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы саҡырыуы буйынса Башҡортостандың рәсми делегацияһы күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-төркиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн Төркиәгә осто. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы көндөң икенсе яртыһында Төркиә баш ҡалаһы Анкараның Кечиорен районында урынлашҡан Ә.-З. Вәлиди Туған исемендәге паркты асыуҙа ҡатнашасаҡ.

Шул уҡ көндө икенсе Халыҡ-ара Рамазан фольклор фестивале сиктәрендә республика сәнғәт оҫталарының концерты үткәреләсәк.

Сәфәр программаһы менән Төркиәнең мәҙәниәт министры Эртугрул Гюнай, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов, Кечиорен районы хакимиәте вәкилдәре, Төркиә Республикаһының башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар планлаштырылған.  

Мәғлүм булыуынса, 2010 йыл ТӨРКСОЙ сиктәрендә Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған йылы итеп иғлан ителде. Бындай ҡарар былтыр йыл аҙағында төрки телле илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары Советы тарафынан ҡабул ителде.  

Был Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы сиктәрендә иғлан ителгән тәүге исемле йыл.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть