9 декабрь, Йома

26 август 2010 йыл, 9:49

Рөстәм Хәмитов Сибайға һәм Баймаҡ районына юлланды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

26 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына һәм Баймаҡ районына юлланды.

Республика башлығы төбәктең иҡтисади һәм сәйәси үҫеше менән танышасаҡ. Башҡортостан Президенты ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиеларына, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына барасаҡ.  

Сибайҙа Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал райондары хакимиәт башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрәсәк. Кәңәшмәлә көньяҡ райондарҙың ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтендәге эштәр торошо һәм уларҙы үҫтереү юлдары ҡараласаҡ. Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар һөҙөмтәләре айырым тикшереләсәк.