3 декабрь, Шәмбе

26 август 2010 йыл, 9:39

Башҡортостан етәкселеге сәйәси партиялар менән диалог өсөн асыҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

25 августа дүрт сәйәси партия лидерҙары менән осрашыуҙа Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов республикала эшләп килеүсе төрлө сәйәси көстәр менән конструктив диалогка әҙерлеген күрһәтте. Президент менән осрашыуҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк Сәйәси советы секретары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, КПРФ-тың Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары Рифғәт Гарданов, ЛДПР-ҙың Башҡортостан төбәк бүлексәһе координаторы Евгений Былин, “Ғәҙел Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Шаһиморатов ҡатнашты.

Осрашыу барышында дәүләт власы органдары менән сәйәси партиялар араһындағы мөнәсәбәттәр, республикала сәйәси климаттың үҙгәреүе, коррупция һәм түрәләрҙең вәкәләттәрен арттырыуы менән көрәш, шулай уҡ ҡайһы бер партияларҙы бөгөн борсоған мәсьәләләр тикшерелде. Шуларҙың береһе – киң мәғлүмәт сараларында сәйәси көстәрҙең эшмәкәрлеген яҡтыртыу.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тиклем беҙ киң мәғлүмәт сараларының беҙҙең эшмәкәрлекте һайлап ҡына яҡтыртыуын күҙәтә инек, — тине Евгений Былин. – Республика киң мәғлүмәт сараларында беҙҙең эшмәкәрлек йә бөтөнләй күренмәне, йә өҫтән-мөҫтән генә яҡтыртылды. Беҙҙең төп эшебеҙ иһә – митингылар, пикеттар – ситтә ҡала ине. Хәҙер хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер, киң мәғлүмәт саралары беҙгә йөҙ менән боролор, тип ышанабыҙ.

Рифғәт Гарданов Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа республика мәктәптәрендәге белем биреү программаһында төбәк компоненты мәсьәләһен күтәрҙе. Уның фекеренсә, ул дөйөм Рәсәй нормаларына тап килергә, йәғни бөгөнгө кеүек 30 түгел, ә биш процент тәшкил итергә тейеш.

— Беҙгә шулай уҡ урындағы үҙидара органдарының Президенттың ҡәтғи күҙәтеүе аҫтына алыныуын ишетеү күңелле булды, — тине Евгений Былин. – Республиканың ҡайһы бер район башлыҡтары һуңғы йылдарҙа ыңғай эштәр башҡарманы, һәм республиканың яңы Хөкүмәтенә уларҙың хаталарын төҙәтеү өҫтөндә эшләйһе бар әле. Беҙ иһә урындағы үҙидараның сәйәси партиялар менән диалог өсөн тағы ла асығыраҡ буласағына ышанабыҙ.  

Осрашыуҙа шулай уҡ һайлау алды эше һәм сәйәси партияларҙы эш биналары менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде, элек был биналар түләүһеҙ бирелһә, хәҙер партиялар уларҙы ҡуртымға алырға мәжбүр.  

Рөстәм Хәмитов барлыҡ мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итеү юлы табыласағына ышаныс белдерҙе. Сөнки партиялар вәкилдәре менән бындай осрашыуҙарҙы республика башлығы кварталға бер тапҡыр, кәрәк булғанда тағы ла йышыраҡ үткәрергә ниәтләй.