9 декабрь, Йома

25 август 2010 йыл, 17:19

Башҡортостан картуф һәм йәшелсәләр һатып аласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Уңышһыҙ 2010 йыл республиканы игенһеҙ генә ҡалдырманы – картуф менән йәшелсәләр ҙә уңманы. Хатта һуғарыу ойошторолған участкаларҙа ла картуф уңышы былтырғынан кәмендә  бер ярым тапҡырға түбәнерәк булды: сиктән тыш ҡоролоҡ үҙен һиҙҙерҙе.

Хөкүмәт муниципаль властарға үҙ бюджет учреждениеларын һәм халыҡты картуф һәм йәшелсәләр менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән үҙ аллы шөғөлләнергә ҡушты.

— Үҙәкләштерелгән килтереү һәм был маҡсаттарға бюджет аҡсаһы бүлеү булмаясаҡ, — ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитов. – Һәр ҡала һәм район үҙ эшҡыуарҙары менән бергә юлын табырға тейеш. Хакимиәттәр мәсьәләләрҙе үҙҙәре хәл итә. Башпотребсоюз менән Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ла ситтә ҡалмаясаҡ: 1 сентябргә тиклем улар республика Хөкүмәтенә картуфты ҡайҙан һәм күпме күләмдә һатып аласаҡтары һәм һатасаҡтары тураһында хәбәр итергә тейеш. Был эште ҡаты контролгә алырға кәрәк. Дәүләт комитетына күмәртә базалары, келәттәре һәм һаҡлағыстары булған эшҡыуарҙарҙы ойошторорға кәрәк.  

Ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә һәм картуф килтереүгә ни бары ай ярым-ике ай ваҡыт ҡалған: һуңынан ҡырауҙар башланасаҡ һәм картуф ташып булмаясаҡ. Картуфты Алтайҙан, Астрахань өлкәһенән, Томск, Омск, Новосибирск, Красноярск яҡтарынан килтерергә мөмкин – был территориялар менән бәйләнеш урынлаштырылған. Белоруссия ла картуф һатырға әҙер.

Шамил Вахитов әйтеүенсә, бөгөнгә хаҡты Белоруссия ғына атаны: 12,5 һум. Тейәү һәм ташыу хаҡынан тыш. Бер вагон картуф 140 мең һум самаһы торасаҡ. Рәсәй төбәктәре уңыш йыя башлағас ҡына үҙ хаҡтарын әйтәсәк.