Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Кадастр паспорттары биргән өсөн иң юғары түләү хаҡы билдәләнде

Иҡтисад

Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында” Федераль закон көскә ингәнгә тиклем йәки уны ҡулланыуға күсеү осоронда дәүләт техник иҫәбенә алынған тамамланмаған төҙөлөш объектына кадастр паспорты биреү өсөн иң юғары түләү хаҡы тураһында ҡарары рәсми көскә инде.    

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, документта, күрһәтелгән күсемһеҙ милек объекттарына кадастр паспорттары биреү өсөн иң юғары түләү хаҡы физик шәхестәр өсөн – 500 һумдан, юридик шәхестәр өсөн 1000 һумдан ашмаҫҡа тейеш, тип күрһәтелә.  

“Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында” Федераль закондың 45-се статьяһы 9-сы өлөшөнә ярашлы, тәғәйен түләү күләмдәрен, күрһәтелгән максималь күләмдәрҙе иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһы субъекттары билдәләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть