Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы – профсоюздарҙың иғтибар үҙәгендә

Сәйәсәт

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙең яңы системаһын тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһында үткәрелгән кәңәшмәнең төп темаһы булды.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар быйыл беренсе кварталда эш өсөн түләүҙең яңы системалары буйынса эш хаҡы түләү мониторингы йомғаҡтарын ҡараны. Мониторинг йомғаҡтары буйынса республиканың 17 муниципаль берәмегендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған йыл менән сағыштырғанда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле кәмеүе күҙәтелә.  

Шулай уҡ кәңәшмәлә хеҙмәткәрҙәрҙең эше өсөн түләүҙә дифференциация мәсьәләләре ҡаралды. Мәҫәлән, 2009 йылда 10% иң юғары түләүле белгеслектәрҙең хеҙмәтенә түләү 10% иң аҙ түләүле хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан 12,4 тапҡырға артығыраҡ булған. Төбәктә өс йыл элек күҙәтелгән (2007 йылда нисбәт 21,4 тапҡыр ине) айырма менән сағыштырғанда был, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтә, әммә элеккесә республика килешеүе менән билдәләнгән нормативтан алыҫ. Уға ярашлы иң түбән һәм иң юғары эш хаҡтары кимәлдәрендәге айырма алты тапҡырҙан ашмаҫҡа тейеш.  

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар эш хаҡы йәшәү минимумы күләменән кәмерәк булған мәғариф хеҙмәткәрҙәренең байтаҡ булыуына (13,2%) иғтибар йүнәлтте. Бынан тыш, кәңәшмәлә башҡа проблемалар ҙа тикшерелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть