10 декабрь, Шәмбе

25 август 2010 йыл, 14:06

Өфөлә Марат Азаматов иҫтәлегенә үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса халыҡ-ара турнир башлана

автор: Эльмира Сабирова

26 — 29 августа Спорт һарайында 1994 йылғы егеттәр араһында хоккей буйынса халыҡ-ара турнир үтәсәк. Ярыштар Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре, «Салауат Юлаев» олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы, II дәрәжәләге «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден кавалеры Марат Азаматовтың иҫтәлегенә арнала.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, турнирҙа «Салауат Юлаев», «Энергия» (Карловы Вары, Чехия), «Металлург» (Магнитогорск) һәм «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) командалары ҡатнашасаҡ.

Көн һайын икешәр матч үткәреләсәк. Кесаҙна, 26 августа, 15 сәғәттә беҙҙең егеттәр Чехияның «Энергия»һы менән уйнай. 17.30-ға турнирҙы асыу тантанаһы билдәләнгән. Көн «Металлург» һәм «Нефтехимик»тың осрашыуы менән тамамланасаҡ. Һуңғы матч 17.45-тә башлана.

27 август: 14.00 – «Энергия» — «Металлург»; 16.30 –«Нефтехимик» — «Салауат Юлаев». 28 август: 14.00 –«Энергия» — «Нефтехимик»; 16.30 — «Салауат Юлаев» — «Металлург». 29 август – өсөнсө урын өсөн матч; 13.30 – финал. Инеү ирекле.

темалар: хоккей