3 декабрь, Шәмбе

25 август 2010 йыл, 13:49

ӨДНТУ инновацион инфраструктура үҫешенә дәүләт ярҙамы аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Инновацион инфраструктура үҫеше өсөн ҡаҙнанан субсидиялар алыуға конкурста еңгән илдең 56 юғары уҡыу йорто исемлегендә Өфө дәүләт нефть техник университеты ла бар. Был турала РФ Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Еңеүселәрҙе вуздың һуңғы өс йылдағы фәнни, белем биреү һәм инновацион потенциалын анализлау һөҙөмтәләре һәм улар нигеҙендә тәҡдим ителгән үҫеш программалары буйынса конкурс комиссияһы билдәләгән.  Еңеүселәр иҫәбе буйынса алдынғы урында – Үҙәк федераль округы – 20 юғары уҡыу йорто. Икенсе урында Себер федераль округы – һигеҙ юғары уҡыу йорто, өсөнсөлә – Волга буйы һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтары ( етешәр юғары уҡыу йорто).

Конкурста 59 төбәктән йәмғеһе 199 мәғариф учреждениеһы ҡатнашҡан.

Дәүләт ярҙамын финанслауҙы 150 миллион һумға тиклем күләмдә смета буйынса өҫтәмә бюджет ассигнованиелары рәүешендә йәки бер йылдан өс йылға тиклем субсидиялар формаһында ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Федераль бюджет средстволарының дөйөм күләме был йүнәлеш буйынса 2010-2012 йылдарҙа 8 миллиард һум тәшкил итәсәк.