4 декабрь, Йәкшәмбе

25 август 2010 йыл, 13:17

Башҡортостан урмандары янғындан ҡотҡарылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөн Башҡортостанда яныусы урмандар юҡ. Бында республиканың бөтә территорияһы буйлап үткән ямғырҙар ҙур роль уйнаны.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә кәрәк була ҡалһа утҡа ҡаршы көрәшкә тармаҡтың 400 хеҙмәткәре сығырға әҙер булыуы хаҡында һөйләне. Уларҙың бер өлөшө янғынды һүндереүгә йәлеп ителде. Көн һайын осоштар яһау һәм патруллек итеү ҙә төбәктә урман янғындары хәлендә ыңғай сағылды.

— Республика урмандарында янғын сығыуҙар туҡтатылыуға ҡарамаҫтан, контролде йомшартырға ярамай, — ти Айбулат Ғәйнуллин. – Йәй тамамлана, ләкин алда яңы проблемалар тора – көҙгө янғындар. Уңыш йыйыу менән бәйле ауыл хужалығында үрттәр башланыуы ихтимал. Хәҙер беҙ ауыл хужалығы эштәре менән бәйле янғындарға юл ҡуймау буйынса бөтә кәрәкле сараларҙы күрәбеҙ.  

Янғын хәүефлелеге миҙгеле башланыу менән Башҡортостан урмандарында 540 янғын сығыуы теркәлде. Ут солғап алған дөйөм майҙан 10800 гектар тәшкил итте.