4 декабрь, Йәкшәмбе

25 август 2010 йыл, 16:37

Башҡортостанда сысҡан биҙгәге һәм ҡотороу сире менән ауырыу осраҡтарының кәмеүе теркәлгән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ағымдағы йылдың ете айында Башҡортостан Республикаһында бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыуҙың 562 осрағы теркәлгән, 100 мең кешегә күрһәткес 13,3 тәшкил итә. Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыу ике тапҡырға кәмегән.

Өфөлә лә ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Был осорҙа республиканың баш ҡалаһында бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыу 100 мең кешегә 29,7 тәшкил иткән (307 осраҡ), был да 2009 йылдағына ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк.

Роспотребнадзор белгестәре йәнлектәр тешләүе арҡаһында медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең дә кәмеүен билдәләй. 2010 йылдың ете айында —100 мең кешегә 198,0 (8 033 осраҡ). 2009 йылдың ошо уҡ осоронда — 100 мең кешегә 203,5-тән тура килә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә республиканың 145 тораҡ пунктында  эпизоотик ҡотороу сығанағы теркәлгән, хайуандарҙың ҡотороҡ менән ауырыуының 172 осрағы асыҡланған, был да уҙған йылға ҡарағанда күпкә аҙыраҡ.  

Хайуандар ауырыуы менән бәйле иң насар хәлдәр Баҡалы, Туймазы, Әбйәлил һәм Күгәрсен райондарында күҙәтелә.