9 декабрь, Йома

25 август 2010 йыл, 12:17

Яңы йылға ветерандарҙың 90 проценты торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә муниципалитеттар башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрелде, унда 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә торған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

«РФ Төбәктәр үҫеше министрлығына Рәсәй Президенты тарафынан 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарының 90 процентын торлаҡ менән тәьмин итергә тигән бурыс ҡуйылды, — тип хәтерҙәренә төшөрҙө кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов. – Әлегә эш ярайһы уҡ ҡатмарлы бара, һәм бының төп сәбәбе икенсел торлаҡ баҙарында барған процестарға ҡайтып ҡала. Бөгөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға хоҡуҡ биреүсе ике меңгә яҡын таныҡлыҡ беҙҙең ҡулда. Үҙ торлаҡ шарттарын 700-ҙән саҡ ҡына күберәк кеше яҡшыртты».

Ләкин сентябрь аҙағына, таныҡлыҡтар биреү тамамланған саҡта, торлаҡ алыуға дәғүә итеүсе ветерандар һаны, белгестәр күҙаллауынса, 3600 кешегә етеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны 3 222 кеше тәшкил итә, 1943 кеше таныҡлыҡ алды, торлаҡ менән 736 ветеран тәьмин ителде. Таныҡлыҡ биреү графигы төҙөлгән 1 майҙан һуң үткән өс айҙа сират 1200 кешегә артты.  

Ә таныҡлыҡтың “ғәмәлдә булыу срогы” – өс ай ғына. Тимәк, октябрҙән декабргә тиклем өс меңгә яҡын кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға хоҡуғын бойомға ашырырға тейешбеҙ, тип айырып билдәләне Фидус Ямалетдинов. Ул, тиҙҙән таныҡлыҡтарҙың срогын алты айға тиклем оҙайтыусы документ барлыҡҡа киләсәк, тип вәғәҙә итте.

Еңеүҙең 65 йыллығын байрам иткәндән һуң муниципаль берәмектәр башлыҡтарының был темаға иғтибары кәмене. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙың иң күбе Өфөлә һәм Баймаҡта. БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды генераль директорының беренсе урынбаҫары Радик Кәлимуллин беренсел баҙарҙан ветерандарҙың 19 проценты ғына торлаҡ алыуы хаҡында хәбәр итте. Беренсел баҙарҙан торлаҡ алыуҙа Өфөлә, Туймазыла, Күмертауҙа, Ишембайҙа яҡшы ярҙам итәләр. Ләкин етерлек фатирҙар резервы булыуға ҡарамаҫтан, Мәләүездә, Салауатта, Учалыла, Нефтекамала “беренсел” торлаҡ биреү бөтөнләй күҙәтелмәй.

Кәңәшмәлә шулай уҡ хәрби хеҙмәттән запасҡа сығарылған офицерҙарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү проблемалары ла тикшерелде. Был турала Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккинин ентекле бәйән итте.