Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мобиль элемтә операторҙары хәҙер суд приставтарына клиенттары тураһында мәғлүмәт бирә

Йәмғиәт

Ошо арала «Суд приставтары тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерелде: хәҙер бар ойошмалар, вазифалы кешеләр һәм граждандар приставтарҙың беренсе талабы буйынса уларға шәхси мәғлүмәт бирергә тейеш.

— Элек ҡарарҙы үтәгән суд приставына шәхси мәғлүмәт биреүҙән баш тарта инеләр, — тип Законға индерелгән төҙәтмә буйынса аңлатма бирә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Сергей Спатар. —  Был беҙҙең эштә тормоз булды. Мобиль элемтә операторҙары, мәҫәлән, приставтар эшенә судҡа дәғүә лә белдерҙе. Ниһайәт, ғәҙеллек еңде, һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ уларҙан штраф һәм алименттарҙы түләргә теләмәгән бурыслылар хаҡында мәғлүмәт ала башланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть