3 декабрь, Шәмбе

25 август 2010 йыл, 10:35

Яҡындағы көндәрҙә Башҡортостанда көндәр йылы торасаҡ, ямғыр яуасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Август аҙағына тиклем Башҡортостанда яуым-төшөмлө, йылы һауа торошо көтөлә. Был турала Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала төнөн ҡырау төшмәйәсәк.

— Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың төньяҡ райондарында ҡырау төштө, — тине ул. – Яҡын араларҙа төнөн һауа температураһы 10-15 градус йылыға тиклем төшәсәк. Таулы райондарҙа – нулдән өҫтә биш градусҡа тиклем. Көндөҙ һауа температураһы тотороҡло рәүештә 20-градус билдәһенән өҫтәрәк буласаҡ. Ҡалған көндәрҙә климат нормаһына яҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Ваҡыты-ваҡыты менән йәшенле ямғыр яуып үтәсәк һәм көслө ел иҫәсәк.          

темалар: һауа торошо