11 декабрь, Йәкшәмбе

25 август 2010 йыл, 9:16

«Надежда России» яңы лауреаттар көтә

автор: Юлай Мәғсүмов

“Надежда России" (“Рәсәй өмөтө”) бөтә Рәсәй ижтимағи программаһында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Был программаның премия-стипендиялары йыл һайын 14-23 йәштәрҙәге һөнәри оҫталыҡ конкурстары һәм олимпиадалары еңеүселәренә, урта (тулы) дөйөм белем биреү, сәнғәт, һөнәри белем биреү йорттарында уҡыусыларға бирелә. Үкән йылдар эсендә 300-ҙән ашыу һөнәри оҫталыҡ конкурстары һәм олимпиадалар еңеүселәре "Надежда России" премия-стипендияһы лауреаттары булған.

Премия-стипендияға дәғүә итеүгә күрһәтелгән кандидаттарҙың документтары ағымдағы йылдың 10 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Премия-стипендияларға дәғүә итеүгә кандидаттарҙы йәмәғәт ойошмалары, ғилми советтар һәм юғары, урта махсус, урта (тулы) дөйөм, сәнғәт һәм һөнәри белем биреү учреждениелары коллективтары күрһәтә.  

Программа лауреаттарын наградлау 2010 йылдың 15 ноябренә билдәләнгән.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Программаның сайтынан ҡарарға мөмкин: http://www.n-russia.ru.

темалар: конкурстар