9 декабрь, Йома

25 август 2010 йыл, 9:23

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә ҙур төҙөлөш планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Баш архитектураһында Инорс биҫтәһен планлаштырыу проекты буйынса тыңлауҙар үтте. «Башкиргражданпроект» проект институты вәкилдәре проектты әҙерләүсе сифатында сығыш яһаны һәм тыңлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙы төҙөлөш варианты менән таныштырҙы.  

Секциялар һәм нөктә тибындағы күп фатирлы йорттар төҙөү тәҡдим ителде. 2017 йылға дүрт меңдән ашыу өфөлө был биҫтәлә торлаҡ аласаҡ, тип планлаштырыла. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, тимер юлдан Индустриаль шоссе урамына тиклем, коттедж тибындағы аҙ ҡатлы төҙөлөш һаҡланасаҡ.

Т. Йәнәби урамы буйлап ҙур ижтимағи үҙәктәр урын аласаҡ. Проектлаусылар, унда сауҙа, күңел асыу учреждениелары һәм башҡа объекттар төҙөләсәк, тип күҙаллай.

Сельский Богородский һәм Жуков урамдары сатында ҡала әһәмиәтендәге күп функциялы ҙур комплекс урынлашырға тейеш. Ҡариҙел йылғаһы һәм Инорстағы Йылы күл яры буйында пляждар проектлаштырылған.

Баш архитектуранан хәбәр итеүҙәренсә, Инорс биҫтәһен планлаштырыу проекты раҫлауға әҙерләнә.