7 декабрь, Шаршамбы

24 август 2010 йыл, 17:26

Магнитогорскиҙың хәләл производствоһы Өфөлә сертификация үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Магнитогорск икмәк комбинатында хәләл кондитер изделиелары етештереү линияһы сафҡа индерелде. Ә сертификатлаштырыуҙы предприятие Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы “Хәләл” стандарты буйынса комитетта үткән. Был турала «Башинформ» агентлығына комитет рәйесе Тимур Шәңгәрәев хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта комбинат торт, пирожный, печенье һәм башҡа төрлө кондитер изделиеларының 30 төрөн сығара. Артабан хәләл тауарҙар исемлеген күпкә арттырыу планлаштырыла.

Ислам ҡанундары буйынса тауар сығарырға ҡарар иткән икенсе төбәк предприятиеһының Башҡортостанда сертификация үтеүе беренсегә түгел. Бер йыл элек эш башлаған БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы “Хәләл” стандарты буйынса комитет әлеге ваҡытта, беҙҙең республика етештереүселәренән тыш, Силәбе, Свердловск, Һамар, Белгород өлкәләренең бер нисә предприятиеһын берләштерә. Уларҙың продукцияһы Дүртөйлө һәм Мәләүездә республика хәләл тауарҙар күргәҙмәһендә күрһәтелде. Яҡын арала бындай күргәҙмәләрҙе Өфөлә һәм Магнитогорскиҙа үткәреү планлаштырыла.

темалар: дин, аҙыҡ-түлек