10 декабрь, Шәмбе

24 август 2010 йыл, 16:57

Эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы дауам иттерелә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул итеү дауам иттерелеүе хаҡында хәбәр итә.  

Хәҙерге ваҡытта күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға; энергияны һаҡлау программаларын тормошҡа ашырыу һәм электр селтәре хужалығы объекттарына (100 кВт-ҡа тиклем) тоташтырыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға документтар ҡабул ителә.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты шулай уҡ эшҡыуарҙар иғтибарына 23 августан бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарынан, инфраструктура ойошмаларынан страховкалау килешеүҙәре буйынса страховка взностары өлөшөн субсидиялау буйынса документтар ҡабул итеү яңыртылыуы хаҡында еткерә. Шул уҡ ваҡытта лизинг договорҙары буйынса лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау буйынса документтар ҡабул итеү туҡтатылды.  

Финанс ярҙамының күрһәтелгән төрҙәре буйынса документтар ҡабул итеү тураһында бөтә мәғлүмәт Дәүләт комитетының рәсми сайтында һәм «Башҡортостандың бәләкәй бизнесы» сайтында баҫыласаҡ.

темалар: эшҡыуарлыҡ