4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2010 йыл, 16:09

Рөстәм Сабитов Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителгән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Композитор һәм дирижер Рөстәм Сабитов Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына күрһәтелгән. Уның кандидатураһын "Прометей" балетына яҙылған музыкаһы өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество советы тәҡдим иткән. Был турала "Башинформ" агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Сабитовтың әҫәре концертта 1999 йылда башҡарылды. Уның сәхнә версияһы иһә ун йылдан һуң донъя күрҙе (2009 йылдың апрелендә) һәм ҙур уңыш менән Өфөлә Рудольф Нуреев исемендәге XV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә күрһәтелде.

Музыкаль-театраль йәмәғәтселек композиторҙың яңы эшен энтузиазм менән ҡабул итте һәм балетты юғары баһаланы.

Валерий Платонов, Пермдең опера һәм балет театры дирижеры: "Мин был музыкаға уға дирижерлыҡ иткәндә, 1999 йылда уҡ ғашиҡ булғайным. "Прометей"ҙың сәхнәлә күрһәтеләсәгенә һәр ваҡыт ышана инем. Бөгөнгө спектаклгә махсус рәүештә килдем. Көтөүҙәрем бушҡа булманы. Был һоҡланғыс спектаклдең театр сәхнәһендәге ғүмере оҙайлы һәм бәхетле булыр, тип ышанғы килә".

Андрей Устинов, "Музыкальное обозрение" гәзитенең баш мөхәррире: "Рөстәм Сабитовтың республика мәнфәғәтендә, айырыуса сәнғәттә, нимә эшләүен белгән кеүек, музыкаһы менән дә яҡшы танышмын. Бөгөн мин унда композитор һәм кешенең оло ижади-рухи ынтылышын күрәм".