4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2010 йыл, 14:43

Штраф түләмәгән өсөн бурыслыларҙы хәҙер 15 тәүлеккә ҡулға ала алалар

автор: Ольга Мортазина

Суд приставтары иҫкәртә: граждандар уларға һалынған штрафты бер ай эсендә түләргә тейеш. Ваҡытында түләмәгән бурыслыларға ҡарата ҡаты саралар күрелә: уларға Рәсәй Федерацияһынан сығыу сикләнә, штрафты икеләтә күләмдә түләргә мәжбүр ителә, ошо арала, шулай уҡ, 15 тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеү практикаһы ла ҡулланыла башланы. Прецеденттар ҙа бар: бурысын түләмәгән өсөн 21 йәшлек Илеш егетенә 10 тәүлек административ арест һалынған, ә 44 йәшлек Күмертау кешеһе өс тәүлеккә ябылған.

Намыҫһыҙ бурыслыларға ҡарата аҡсаһын тартып алыу, мөлкәттән файҙаланыуҙан тыйыу кеүек башҡа төрлө йоғонто яһау саралары ла күрелә. Һәм бында шуны билдәләү мөһим: әйберҙәргә хаҡ ҡуйыу һәм уларҙы һатыу буйынса сығымдар бурыслының елкәһенә ята. Унан тағы пристав-башҡарыусылар хеҙмәтенә түләү өсөн “башҡарыу өсөн йыйым” тотола — бурыс суммаһының ете проценты, әммә 500 һумдан кәм түгел.