6 декабрь, Шишәмбе

25 август 2010 йыл, 8:54

Ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше – 5,2 миллиард долларға яҡын

автор: Эльвира Латипова

Ғинуар-июндә Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше биш миллиард 186,9 миллион АҠШ доллары тәшкил итә. Был былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 2,4 тапҡырға күберәк.

Экспорт күләмдәре һиҙелерлек үҫте. Импорт операциялары буйынса, киреһенсә, бер ни тиклем кәмеү билдәләнә.

Ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса тауарҙар экспорты дүрт миллиард 934,6 миллион доллар күләмендә баһалана (үҫеш – 2,6 тапҡырға). Шуның 695,9 миллион доллары БДБ илдәренә оҙатылған тауарҙарға тура килә.

Ғинуар-июндә республикаға 252,3 миллион долларлыҡ тауарҙар индерелде – 2009 йылдың беренсе ярты йыллығындағынан 2,7 процентҡа кәмерәк. Был сумманан БДБ илдәре өлөшөнә 66,7 миллион доллар тура килә.