Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө ветерандары ремонт тамамланыуын көтә

Йәмғиәт

Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының 390 фатирында планлаштырылған ремонт эштәре әле һаман тамамланмаған. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, фатирҙарҙың күбеһендә ремонт башҡарылған, әммә 24 ветеран һаман үҙенең сиратын көтә. Мәҫәлән, Калинин районында — биш фатирҙа, Киров районында — өс фатирҙа, Совет районында дүрт фатирҙа ремон эштәре дауам итә.  

Павел Качкаев ремонт өсөн яуаплы кешеләргә эштәрҙе йылытыу миҙгеленә тиклем тамамларға ҡушты.

— Бөтә ветерандарҙың фатирҙарында ремонтты 15 сентябргә тиклем эшләп бөтөргә кәрәк. Был эштең оҙайлы характер алыуына юл ҡуйырға ярамай, — тине ҡала хакимиәте башлығы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть