Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Мәктәптәрҙең янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеге – Өфө властарының иғтибар үҙәгендә

Йәмғиәт

Бөгөн Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала мәктәптәренең янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеге мәсьәләһе күтәрелде. Хакимиәт башлығы Павел Качкаев хәбәр итеүенсә, автоматлаштырылған янғын һүдереү системалары ҡаланың 371 белем биреү учреждениеһында ҡуйылған.

— Был системаларҙы хеҙмәтләндереү артыҡ ҡиммәт тә түгел – айына уртаса өс мең һум самаһы, — тине ул. – Шуға ҡарамаҫтан, 72 мәктәп һәм балалар баҡсаһында был системаларҙы хеҙмәтләндереүгә килешеүҙәр әле булһа төҙөлмәгән.

Өфөнөң күп белем биреү учреждениелары янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән яҡшыртыуҙы талап итә. Мәҫәлән, үткәрелгән тикшереүҙәр барышында ҡаланың 23 мәктәбендә уның төҙөк булмауы асыҡланды. Был күрһәткес буйынса Калинин районы “алда”, унда һигеҙ мәктәптә янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөк түгел. Иң имен хәл – Ленин районында, тикшереү барышында уның белем биреү учреждениеларына бөтөнләй дәғүә белдерелмәне.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть