11 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2010 йыл, 11:54

Өфөнөң социаль өлкәһе ҡышҡылыҡҡа 95 – 97 процентҡа әҙер

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң социаль өлкә объекттары яңы йылытыу миҙгеленә 95-97 процентҡа әҙер, ҡаҙанлыҡтар – 80 процентҡа.  Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Бөгөн төп бурыстарҙың береһе –энергоресурстарҙы экономиялау, — тине ул. – Йыл һайын уларҙы файҙаланыу өс процентҡа кәмеп барырға тейеш.  

Павел Качкаев ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре иғтибарын туҙған инженер селтәрҙәрен ремонтлауға ла йүнәлтте. Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы программаһына ярашлы, йыл һайын улар биш проценттан да кәм булмаған күләмдә алмаштырылырға тейеш, һәм ҡалаға был күрһәткескә етергә кәрәк.