7 декабрь, Шаршамбы

24 август 2010 йыл, 11:31

Башҡортостан мохтаж ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 1,33 миллиард һум аҡса аласаҡ

автор: Николай Ермоленко

РФ Президентының 2008 йылдың 7 майындағы «1941 — 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында»ғы 714-се Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин 2010 йылдың 20 авгусындағы «Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған, “Ветерандар тураһында” Федераль закон менән билдәләнгән айырым категорияларға эйә булған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттарына субвенциялар биреүгә бюджет ассигнованиелары йүнәлтеү тураһында» 1399-сы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.  

Был аҡса «2010 йылға һәм 2011 һәм 2012 йылдар план осорона федераль бюджет тураһында» Федераль закондың 24-се статьяһы 5-се өлөшө менән ҡаралған средстволар иҫәбенә бүленәсәк, ул 67 млрд. 621 млн. 219,2 мең һум тәшкил итә. Раҫланған бүлеүгә ярашлы Башҡортостан шуның 1 млрд. 333 млн. 065,6 мең һумын аласаҡ.  

Быйыл Рәсәй Хөкүмәте 31 марттағы 472-се бойороғо менән был маҡсаттарға аҡса бүлгәйне инде. Ул саҡта ассигнованиелар күләме 34,53 млрд. һум тәшкил иткәйне.