Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының килеме 7,7 процентҡа артҡан

Иҡтисад

«Учалы тай-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында 2009 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда килемде 7,7 процентҡа арттырған. Ул 1,445 миллиард һум тәшкил иткән.

Шул уҡ мәлдә предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, продукцияны һатыуҙан табыш 38,7 процентҡа артҡан һәм һигеҙ миллиард һумдан ашып киткән. Ярты йыл йомғаҡтары буйынса комбинаттың дебитор бурысы – алты миллиард һумдан ашыу, ә кредитор бурыс – ике миллиард һум самаһы.

«Башинформ» агентлығына предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, яҡын арала Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Силәбе өлкәһендәге Солтан ятҡылығында баҡыр рудаһын сығарыуға тотонасаҡ. Әлеге мәлдә урында тикшереүҙәр алып барыла, улар үҙләштереләсәк руданың күләмен билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты баҡыр, цинк һәм пирит концентраттары алыу өсөн баҡыр рудаһын табыу һәм етештереүҙә махсуслашҡан. Учалы, Йәштәр һәм Үҙйылға ятҡылыҡтары төп минераль-сеймал базаһы булып тора. Предприятие Урал тау-металлургия компанияһының сеймал дивизионына ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть