8 декабрь, Кесе йома

24 август 2010 йыл, 10:46

Медиа-берләшмәләр һайлау алдынан уҡырға төшә

автор: Марина Шумилова

Көҙгө һайлауҙар алдынан РФ Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау ойоштороусыларға һәм масс-медиа вәкилдәренә уҡыуҙар ойоштора.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, дәрестәр 7-28 сентябрҙә аҙна һайын конференция режимында үткәреләсәк. Уҡыу программаһы һайлау процесын ойоштороуға ҡағылышлы бихисап көнүҙәк мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Улар иҫәбендә — һайлауҙарҙа йәмәғәт контроле, законһыҙ һайлау технологиялары менән көрәш, һайлау ҡануниәтен боҙған өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең яуаплылығы.

Семинарға әҙерлек Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә алып барыла.