5 декабрь, Дүшәмбе

24 август 2010 йыл, 10:21

"Эшлекле Рәсәй" эшҡыуарҙар проблемаларын хәл итеүгә ҡушыла

автор: Любовь Колоколова

«Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы эшҡыуарҙар проблемаларын хәл итеүгә ҡушыла. РФ Хөкүмәте башлығы Владимир Путиндың бойороғо буйынса «Эшлекле Рәсәй» инвестицион климатты яҡшыртыу һәм бәләкәй бизнес алдында торған административ барьерҙарҙы кәметеү буйынса эшкә йәлеп ителәсәк.

Беренсе вице-премьер Игорь Шуваловҡа башҡарма власть органдарының инвестицион климатты яҡшыртыу, административ кәртәләрҙе кәметеү, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙарының мөрәжәғәттәрен йылдам һәм һөҙөмтәле тикшереү буйынса эшен контролдә тоторға ҡушылған.

"Эшлекле Рәсәй» ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, «Рәсәй терәге» менән берлектә был йәмәғәт ойошмаһына артабан Рәсәй Хөкүмәтенә тапшырыу өсөн эшҡыуарҙар хоҡуғын боҙоу менән бәйле килгән мөрәжәғәттәргә һәм хәл-ваҡиғаларҙың нисек үҙгәреүенә мониторинг алып барырға, шулай уҡ эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын боҙоу шарттарын һәм сәбәптәрен бөтөрөү буйынса тәҡдимдәрҙе әҙерләргә тәҡдим ителгән.  

«Рәсәйҙә инвестицион климатты яҡшыртыу — Хөкүмәт Рәйесе ҡул ҡуйған бойороҡтоң төп маҡсаты, — тип аңлатма бирҙеләр Игорь Шувалов аппаратынан, — Әле бер нисә закон әҙерләнгән, ҡайһы берәүҙәре ҡабул ителгән. Әммә был ғына аҙ. Эшҡыуарҙарҙан килгән ялыуҙарҙы тиҙ арала хәл итеп өйрәнергә кәрәк. Шул уҡ мәлдә беренсе вице-премьерҙың был эшмәкәрлектең координаторы кеүек функциялары башҡа власть органдарының бурыстарын алмаштырыуҙы аңлатмай. Бюрократик кәртәләр, коррупция һәм үҙ эшеңде белмәү кеүек күренештәр менән көрәш, иң элек, иҡтисади үҫеш өсөн яуап биргән беренсе звенолағы башҡарма власть органдарының бурысы булырға тейеш».

темалар: эшҡыуарлыҡ