11 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2010 йыл, 9:50

«Китап» нәшриәте электрон китаптар сығарыуға тотондо

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте электрон китаптар сығарыуға тотондо. «Тыл геройҙары» («Герои тыла») серияһы интернет селтәрендә бушлай күсереп алыу өсөн бирелгән тәүге баҫма булды.

Мәғлүм булыуынса, быйыл май айында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата «Китап» нәшриәте Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҙур бүләк яһаны – 20 томлыҡ «Тыл геройҙары» китабын баҫтырып сығарҙы, унда Башҡортостандан "1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн" миҙалы менән наградланыусылар исемлеге бирелгән. Күп томдар һатылған да инде, уларҙы табыуы ҡыйын. Ә хәҙер интернет менән файҙаланыусыларҙың PDF форматында кәрәкле томды күсереп алыу һәм үҙ олатайҙары һәм өләсәйҙәре тураһында мәғлүмәт табыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде (миҙал менән наградланыусылар исемлектәре Башҡортостандың административ райондары буйынса бирелгән).

«Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, китап индустрияһындағы донъя һәм Рәсәй тенденцияларына ярашлы, бында традицион — «ҡағыҙҙа баҫылған» китаптар менән бер рәттән электрон баҫмалар сығарырға ҡарар ителде. Бының өсөн «Китап» нәшриәтенең үҙ базаһы бар — www.kitap-ufa.ru веб-сайты эшләй, унда бик күп файҙалы мәғлүмәт табырға мөмкин: яңылыҡтар, яңы китаптар, прайс-лист, «Китап»та үҙ китаптарын сығарған авторҙар тураһында мәғлүмәттәр, фотогалереянан һүрәттәр. Хәҙер был исемлеккә электрон китаптар өҫтәлә.