4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2010 йыл, 8:47

Башҡортостан спортсыһы бокс буйынса Европа беренселегендә сығыш яһаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Светлана Дмитриева бокс буйынса Европа беренселегендә сығыш яһаясаҡ. Бындай хоҡуҡты ул Ставрополь крайында үткән Рәсәй беренселегендә призер булыуы арҡаһында алған.

Башҡортостандың Бокс федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республика исеменән ярыштарҙа Ксения Иваненко һәм Светлана Дмитриева (Стәрлетамаҡ), Екатерина Рогозина һәм Кристина Овчинникова (Өфө) сығыш яһаған. Беренселектә йәмғеһе188 спортсы ҡатнашҡан. Ярыш йомғаҡтары буйынса Европа беренселегә юлланасаҡ команда составы билдәләнгән. Командалағы башҡа ҡыҙҙар ҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Ксения Иваненко – беренсе, Екатерина Рогозина өсөнсө урын алған.