3 декабрь, Шәмбе

23 август 2010 йыл, 17:43

Рөстәм Хәмитов мәктәптәрҙә янғынға ҡаршы системалар үткәреүгә аҡса бүлергә ҡушты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

23 августа республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финанс министрлығына белем биреү учреждениеларында автоматлаштырылған янғынға ҡаршы системалар урынлаштырыуға 80 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Республика мәктәптәрен янғынға ҡаршы системалар менән йыһазландырыу белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү сиктәрендә үткәреләсәк.