6 декабрь, Шишәмбе

23 август 2010 йыл, 17:15

Башҡортостанда быйыл беренсе синыф уҡыусылары былтырғынан күберәк буласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда быйыл сентябрҙә 44 меңдән ашыу бала башлап мәктәпкә барасаҡ, шуларҙан һигеҙ меңгә яҡыны – Өфөлә. Был былтырғы уҡыу йылындағыға ҡарағанда меңгә күберәк, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.  

Республика уҡыу йорттарында Белем көнөнә арнап тантаналы линейкалар һәм саралар үткәреләсәк.  

Төбәктә быйылғы 1 сентябрь девизы — «Беҙ һинең киләсәгең, тыуған Башҡортостаныбыҙ».

— Был көндө дәрестәр булмаясаҡ, беренсе синыф уҡыусылары бөтә ваҡытын үҙе уҡыясаҡ мәктәп, беренсе уҡытыусыһы һәм класташтары менән танышыуға арнай ала, — тинеләр мәғариф ведомствоһында.

Мәҙәниәт һәм ял парктарында Белем көнөндә традиция буйынса байрам тамашалары үтәсәк. Бынан тыш, китапханалар һәм музейҙар уҡыусылар өсөн махсус программалар әҙерләгән. Балалар күргәҙмәләргә бара, төрлө конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаша ала.  

темалар: мәғариф