Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктәге дүрт мәктәп – «ҡара исемлектә»

Йәмғиәт

Мәкәш ауылы (Дәүләкән районы), Ҡуянтау ауылы (Баймаҡ районы) урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, Өфөнөң 101-се урта мәктәбе һәм 102-се башҡорт гимназияһы, янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә етди ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланыуы сәбәпле, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “ҡара исемлеге”нә эләкте.  

Был белем биреү учреждениеларының һәр береһе буйынса һорауҙар бар – ҡайҙалыр янғын сигнализацияһы эшләмәй йәки юҡ, ҡайҙалыр ағас конструкцияларҙы уттан һаҡлау эшкәртеүе үткәрелмәгән һәм башҡалар. Дәүләт янғын надзоры хеҙмәткәрҙәре иҫәпләүенсә, бөтә был ҡағиҙә боҙоуҙар бик күңелһеҙ эҙемтәләргә — янғын сығыуға һәм шуның һөҙөмтәһендә кешеләрҙең имгәнеүенә һәм һәләк булыуына килтереүе ихтимал.  

Шул уҡ ваҡытта, янғын һағы инспекторҙары әйтеүенсә, бөтә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы төҙәтергә мөмкин, хәҙер уларҙы бөтөрөү буйынса саралар күрелә.

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “ҡара исемлеге”нә илдең төрлө төбәктәренән бөтәһе 94 белем биреү учреждениеһы эләкте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть