11 декабрь, Йәкшәмбе

23 август 2010 йыл, 14:42

Һалымсылар араһындағы коррупцияға телефон аша ялыу бирергә мөмкин

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте Идаралығында  «Коррупцияға ҡаршы ышаныс телефоны» эшләй башланы. Әгәр һалым инспекторы ришүәт талап итһә йәки граждандарҙа дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән һалым өлкәһендәге башҡа төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт булһа, был турала (3472) 29-76-76 телефоны аша хәбәр итергә мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, телефон тәүлек әйләнәһенә эшләй. Мөрәжәғәттәр автоматлаштырылған режимда ҡабул ителә, мәғлүмәт автоматик яҙып алыусыға теркәлә. Ведомствоның хәүефһеҙлек бүлеге белгестәре артабан улар буйынса профилактик саралар күрәсәк.