5 декабрь, Дүшәмбе

23 август 2010 йыл, 14:40

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре конфликттарын көйләү менән махсус комиссиялар шөғөлләнәсәк

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты «БР дәүләт граждандар хеҙмәткәрҙәренең эш урынындағы тәртибенә талаптарҙы күҙәтеү һәм мәнфәғәттәр бәхәсен көйләү буйынса  комиссиялар тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләрен көйләүсе федераль закондарға ярашлы сығарылды.

Указ менән дәүләт органдарында төҙөлөргә тейешле комиссиялар тураһында Положение раҫланды, уларҙы формалаштырыу һәм эшмәкәрлеге тәртибе билдәләнде.

Комиссияларҙың төп тәғәйенләнеше — хеҙмәт тәртибенә ҡарата талаптарҙы һәм (йәки) дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ҡарата мәнфәғәттәр бәхәсен көйләү тураһында талаптарҙы күҙәтеү менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау.  

Комиссияға рәйес етәкселек итә. Уның составына шулай уҡ рәйес урынбаҫары, секретарь, кадрҙар һәм юридик подразделениелар эше өсөн яуап биреүсе белгестәр, БР Президенты Хакимиәте, эшмәкәрлеге дәүләт хеҙмәте менән бәйле фәнни ойошмалар һәм урта, юғары, өҫтәмә профессиональ белем биреү учреждениелары вәкилдәре инә.

Бынан тыш, дәүләт органы етәксеһе комиссия составына ветерандар һәм профсоюз йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен индерә ала. Бында комиссияның бөтә ағзалары ҡарар ҡабул иткәндә тигеҙ хоҡуҡтарға эйә.  

Положениеға ярашлы комиссия ултырышы хеҙмәт тәртибе тураһында мәсьәлә ҡаралған дәүләт хеҙмәткәренең үҙенең ҡатнашлығында үткәрелә.  

Комиссияның мәжбүри йәки тәҡдим характерындағы бөтә ҡарарҙары йәшерен тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә һәм протокол формаһында төҙөлә.    

Дәүләт хеҙмәткәренең ғәмәлендә дисциплинар тәртип боҙоу билдәләре асыҡланған осраҡта был турала мәғлүмәт уға ҡарата яуаплылыҡ сараһын ҡулланыу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн дәүләт органы етәксеһенә ебәрелә.  

Әгәр инде административ йәки енәйәт хоҡуҡ тәртибен боҙоу менән бәйле етди эштәр асыҡланһа, комиссия рәйесе был мәғлүмәтте раҫлаусы документтар менән бергә хоҡуҡ ҡулланыу органдарына тапшырырға тейеш.