Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

НефАЗ ярты йылда табышлы эшләгән

Иҡтисад

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында 1,73 миллион һум күләмендә саф табыш алған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда ул 142,02 миллион һумға зыянға эшләгән булған.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат секретары Вера Харисованың әйтеүенсә, саф табыш предприятиела етештереү күләменең артыуы менән аңлатыла. Мәҫәлән, быйылғы ғинуар-июндә автозаводтың кереме 5,2 процентҡа артҡан —  2,47 миллиард һумға тиклем, тулайым килем 5,6 проценҡа күтәрелгән —158,5 миллион һумға тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, НефАЗ «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төркөмөнә ҡарай. Заводтың самосвал, вахта автобустары һәм цистерналар, төрлө моделдәге пассажирҙар автобустары етештереү өсөн эре производство майҙандары бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть