10 декабрь, Шәмбе

23 август 2010 йыл, 12:21

Башҡортостан тай-бокссылары үҙҙәренең турнир миҙгелен асты

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән ял көндәрендә БР "Муай Тай" тай боксы федерацияһының Асыҡ Кубогы (шәхси ярыштар) үтте.

"Башинформ" агентлығына Федерация президенты Вилен Мусиндың хәбәр итеүенсә, тәүге тапҡыр ойошторолған Кубокта Өфө, Сибай, Туймазы, Дүртөйлөнән һәм Өфө районынан 50-нән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Көндәрҙең һыуытыуына ҡарамаҫтан, ярыштар асыҡ һауала үткән. Алыштар малайҙар, йәшерәк үҫмерҙәр һәм үҫмерҙәр араһында бер минутлыҡ өсәр раундтан торған; олораҡ үҫмерҙәр иһә бер ярым минутлыҡ өс раундта көс һынашҡан, ә юниорҙар — икешәр минутлыҡ өс раундта; ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар — икешәр минутлыҡ дүрт раундта.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса 21 ауырлыҡ категорияһында миҙал һәм грамоталар лайыҡлыларҙы тапҡан.  Бынан тыш, яҡын арала Өсөнсө бөтә Рәсәй үҫмерҙәр хәрби спорт уйындарына юлланасаҡ Башҡортостандың йыйылма командаһы составы билдәләнгән.

темалар: тай боксы