4 декабрь, Йәкшәмбе

23 август 2010 йыл, 12:01

Ноябрҙә Санкт-Петербургта ҡатын-ҡыҙ-лидерҙарҙың Халыҡ-ара саммиты үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына төбәгебеҙ вәкилдәрен быйыл 18-19 ноябрҙә Санкт-Петербургта үтәсәк ҡатын-ҡыҙҙар — сәйәсәт һәм бизнес лидерҙарының Халыҡ-ара саммитында ҡатнашыуға саҡырып ҡағыҙ килде.

Саммит Санкт-Петербург социаль-иҡтисади институты инициативаһы буйынса һәм Санкт-Петербург Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә. 17 йыл дауамында «Донъяны үҙгәртеүсе ҡатын-ҡыҙҙар» конференцияһы хөкүмәткә һәм граждандар йәмғиәтенә демократияны һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тәжрибә уртаҡлашыу, профессиональ һәм шәхси контакттар урынлаштырыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү мөмкинлеге биреү өсөн Рәсәй төбәктәренән, БДБ, Балтика, Европа илдәренән һәм Төньяҡ илдәрҙән, Америка Ҡушма Штаттарынан һәм Азиянан ҡатын-ҡыҙ-лидерҙарҙы, сәйәсмәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, ғалимдарҙы, йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен йыя.  

Саммитты үткәреүҙең маҡсаты – төрлө өлкәләрҙә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлы менән халыҡ-ара берләшмәнең именлегенә һәм сәскә атыуына булышлыҡ итеү. Быйылғы саммиттың төп темаһы — «Социаль-иҡтисади үҫеште тиҙләтеүҙә һәм гендер тигеҙлеге сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ҡатын-ҡыҙ-лидерҙарҙың роле».

Әйтергә кәрәк, Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары Нева буйындағы ҡалала үткәрелгән Халыҡ-ара саммитта күп тапҡырҙар ҡатнашты һәм унда республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаны.

Саммит тураһында ентекле мәғлүмәт www.iwm.spb.ru сайтында.