Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Уҙған ял көндәрендә республикала 20 янғын теркәлгән

Йәмғиәт

Уҙған ял көндәрендә республикала 20 янғын теркәлгән, шуларҙың бишәүһе Өфөлә. Уттан ике кеше зыян күргән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.  

Янғындарҙың береһе 21 августа Мәләүез районы Самаровка ауылында сыҡҡан. Йәйге ағас йорт янып китә. Янғын һүндереүселәр расчеты килеп еткәнсе, йортто ут ялмап өлгөрә, янғындың торлаҡ йортҡа һәм кәртә-ҡураға таралыу хәүефе тыуа. Янғын һүндереүселәр етеҙ эш итә һәм уның таралыуына юл ҡуймай.  

Янғын арҡаһында йәйге йортта йоҡлаған ихата хужаһы зыян күрә. 31 йәшлек ир-егет аяҡ-ҡулына, битенә I, II, III дәрәжәләге термик бешеүҙәр ала. Тиҙ медицина ярҙамы бригадаһы менән ул дауаханаға оҙатыла.

Янғынға йәрәхәтләнеүсенең тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе булыуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть