8 декабрь, Кесе йома

23 август 2010 йыл, 11:20

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙары: бер аҙнала плюс 0,3%

автор: Эльвира Латипова

Өфө буйынса икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы бөгөн — квадрат метрына 42,23 мең һум. Уҙған аҙна эсендә ул 0,3 процентҡа артты.

Әҙ генә күберәккә – 0,4 процентҡа – өс бүлмәлеләр артты (40,58 мең һум). Бер бүлмәле фатирҙар 0,3 процентҡа хаҡын арттырҙы (44,15). Ике һәм күп бүлмәлеләр 0,2 процентҡа ҡыйбатланды – уларҙың хаҡы квадрат метрына тәүгеһенә 41,72 мең һум һәм һуңғыһына 40,44 мең һум тәшкил итә.

Ҡала буйынса элиталы торлаҡҡа уртаса хаҡ – “квадратына” 57,8 мең һум. Хаҡтың дөйөм индексын иҫәпләгәндә был категория иғибарға алынмай.

Күрһәтелгән параметрҙар – һатыусылар һораған хаҡ. Сауҙалашыу барышында тәүҙә билдәләнгән сумма ғәҙәттә биш-ун процентҡа төшөрөлә.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, иң арзан фатир бөгөнгө көндә 1,15 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир — Киров урамындағы 225 квадрат метр майҙанлы биш бүлмәле «элита». Ул 18,5 миллион һум тора.