Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Дәүләт милкен хосусилаштырыуҙан һәм файҙаланыуҙан табыш 1,8 тапҡырға артты

Иҡтисад

Дәүләт милкен хосусилаштырыуҙан һәм файҙаланыуҙан Башҡортостан бюджетына ете айҙа 2,2 миллиард һумға яҡын аҡса инде. Дәүләт милкен файҙаланыуҙан дөйөм сумманан ике миллиард һум алынды — был ҡуртым түләүе, дивидендтар, шулай уҡ дәүләт унитар предприятиелары килеменең бер өлөшө. Башҡортостан Республикаһы Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының быйыл ғинуар-июндәге эшенең финанс һөҙөмтәһе бына ошондай.  

Бынан тыш, дәүләт милкен һәм акциялар пакеттарын һатыуҙан 176 миллион һумдан ашыу аҡса алынды. Хосусилаштырыу программаһы һәм йыйылма мәғлүмәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, план арттырып үтәлгән.  

Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда алынған табыштар күләме 1,8 тапҡырға артҡан.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть