10 декабрь, Шәмбе

23 август 2010 йыл, 10:39

Башҡортостанда 800 мең тонна кимәлендә тулайым уңыш йыйыу көтөлә

автор: Эльвира Латипова

800 мең тонна – Башҡортостанда ошо тиклем тулайым уңыш йыйыу көтөлә, тип хәбәр итте БР Хөкүмәтендәге видеоселектор кәңәшмәһендә вице-премьер Шамил Вахитов. Был былтырғы кимәлдән өс миллион тоннанан ашыуға кәмерәк иген.

Урып йыйыу эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 8,9 центнер тәшкил итә. Ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә республиканың бөтә территорияһында иген культуралары зарар күрҙе. Хатта төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ла яҙғы иген культураларының һәр гектарынан алты-ете центнер ғына уңыш йыйып алынды.