3 декабрь, Шәмбе

23 август 2010 йыл, 9:53

Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә йәш өфөлөләргә тантаналы рәүештә паспорттар тапшырыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

«Беҙ – Рәсәй граждандары!» бөтә Рәсәй патриотик акцияһы сиктәрендә дүшәмбе, 23 августа Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының конференц-залында (Өфө ҡалаһы, Красин урамы, 21) йәш өфөлөләргә паспорттар тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Ғүмерендәге иң мөһим документты 20-ләгән егет һәм ҡыҙ аласаҡ. Улар араһында — уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре һәм балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре активистары.

Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала республиканың ҡала һәм ауылдарында йәшәгән йәнә мең йәш кеше паспорт аласаҡ. Ойоштороусылар — Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы һәм Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы вәғәҙә итеүенсә, бындай тантаналар Башҡортостандың бар төбәктәрендә лә үтәсәк.  

темалар: йәштәр