Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанстат Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса семинар үткәрә

Иҡтисад

24 августа сәғәт 10-да Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса сираттағы семинар үткәрә.

Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, семинар барышында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү үҙенсәлектәре, иҫәп алыусы, уға кәрәкле әйберҙәр һәм атрибуттары тураһында мәғлүмәт еткереләсәк. Халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыу аспекттары ла ҡуҙғатыласаҡ. Семинарҙа ҡатнашыусыларға халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү тураһында фильм да күрһәтәсәктәр.

Семинар Башҡортостанстат бинаһында Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, йыйылыштар залы адресы буйынса үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть