5 декабрь, Дүшәмбе

20 август 2010 йыл, 17:27

Өфөнөң Калинин районында универсаль спорт майҙансығы асыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Яңы уҡыу йылына Өфөнөң Калинин районы балалары ҙур бүләк аласаҡ – тиҙҙән дөйөм майҙаны 800 квадрат метрлыҡ тренажер-гимнастика комплексы булған күп функциялы яңы спорт майҙансығы сафҡа индереләсәк.  

Яңы спорт майҙансығы Черниковка урамы, 89 адресы буйынса 75-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан. Уны асыу тантанаһы 24 августа сәғәт 11-гә билдәләнгән.

Тантаналы өлөштән һуң бында Калинин районының «социаль хәүеф төркөмө»нә ҡараған үҫмерҙәре араһында «Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр» ярыштары үтәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Әйткәндәй, был спорт майҙансығы берәү генә түгел, бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙа бындай 20-нән ашыу спорт ҡоролмаһы иҫәпләнә.

Бындай майҙансыҡтар төҙөлөшөндә иң яҡшы заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланыла. Махсус япма полиуретан һеңдерелгән резина онтағынан тора. Ул тиҙ кибә, йәрәхәттәрҙән һаҡлай, һығылмалы һәм тиҙ хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә. Япмаға төшөрөлгән сағыу билдәләр арҡаһында майҙанды мини-футбол, гандбол, баскетбол, волейбол, йәйге осорҙа теннис һәм ҡышын хоккей уйындары өсөн файҙаланырға мөмкин.